Затон биҫтәһененең Тулҡын паркында реконструкция эштәре ҡайнай. Өс этапта башҡарылған эш аҙағына ла яҡынлаша. Әлеге ваҡытта бөтә көстәр амфитеатр һәм яһалма күл төҙөүгә йүнәлтелгән. Парктың төп объекттарын ноябрь аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Күл төбөнә түшәм йәйгәндәрен күргәнегеҙ бармы? Был үтә лә мауыҡтырғыс күренеш, ял итеүселәр ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Әлеге ваҡытта бөтә бригада яһалма күлгә гидроизоляция эшләү менән мәшғүл. Был заманса түшәм һыуҙы ер аҫтына ебәрмәйәсәк, ти төҙөүселәр. Элек бында бәләкәй генә һаҙлыҡ ине, тип хәтерләй урындағы халыҡ. Оҙаҡламай тәрәнлеге 3 метрға, дөйөм майҙаны 7.5 мең квадрат метрға еткән ҙур яһалма күл барлыҡҡа киләсәк. Подряд ойошмаһы төп эштәрҙе ҡар яуғансы тамамларға ниәтләй. Быға тиклем бында карст бушлығы тултырылған, махсус техника ярҙамында һыу йыйыу өсөн канал ҡаҙылған, свайҙар ҡуйылған. Күлдең ярҙарын йәйәүлеләр өсөн ике күпер бәйләйәсәк. Күпер һуҡмаҡтары амфитеатрға барып тоташа. Асыҡ һауала тамашалар өсөн майҙан сәскә формаһында төҙөлә. Паркты төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәр бихисап. 2018 йылдың йәйенән алып ял урыны тотош яңыртылды. Парктың үҙәгендә тамашалар өсөн ҙур сәхнә, воркаут өсөн тренажерҙар, велосипедсылар һәм йәйәүлеләр өсөн юлдар һалынған, хоккей, волейбол майҙансыҡтары, балалар өсөн күркәм заманса уйын ҡаласығы эшләнде. Тулҡын паркының йәнә бер үҙенсәлектәренең береһе – ошондай автоҡаласыҡ. Ул ысынбарлыҡтағы кеүек. Светафор, юл хәрәкәте билдәләре, туҡталыштар. Ошо рәүешле балалар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡәғиҙәләре менән яҡындан таныша ала. Парктың дөйөм майҙаны бер нисә тапҡырға артҡан, шул уҡ ваҡыта тирә-яҡтағы ағастар ҙа һаҡлап ҡалынған. Хәүефһеҙлеккә иһә айырым иғтибар. Бөтә биләмә буйына заманса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. Видеокүҙәтеү системаһы 100-ҙән ашыу камераны берләштергән. Бындай үҙгәрештәрҙе урындағы халыҡ шатланып ҡабул итте. Тулҡын паркын төҙөкләндереү «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә башҡарыла. Затон биҫтәһенең йөҙөк ҡашы буласаҡ амфитеатр менән күлде ноябрь аҙағына тиклем тапшырыу ҡаралған. Тимәк, киләһе йәйҙе Затон биҫтәһе халҡы танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелгән матур паркта ҡаршы аласаҡ. Бөрөнөң үҙәк майҙанын төҙөкләндереү эштәре лә аҙағына яҡынлаша. Яңы объект футуризм алымдарына нигеҙләнгән һәм экологик материалдан ҡоролған. Уйын майҙаны таусыҡ, бәүелсәктәрҙән генә тормай. Бында мауыҡтырғыс мажаралар ойошторорға мөмкин. Бөрөнөң уңайлы ҡала мөхите проекттары буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулағанына бары бер йыл үтеүгә ҡарамаҫтан “Яңы үҙәк” архитектура-парк ансамбле әҙер тиерлек. Архитекторҙар һәм төҙөүселәр тарихи ҡаланың үҙенсәлеген дә һаҡлап ҡалған, уға замана төҫтәрен дә бирә алған. Октябрь майҙанының йөҙөк ҡашы – йырлы фонтан. Хәҙер Ишембайҙа йәшәүселәрҙең дә ғорурланырлыҡ паркы бар. Ҡалала яңыртылған үҙәк майҙан асылды. Йәғни, республикала ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу маҡсатында бик күп эштәр башҡарыла.
Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ
Тулыраҡ: Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ