Ышаныс телефоны-табиптар өсөн

Тулыраҡ: Ышаныс телефоны-табиптар өсөн

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина хеҙмәткәрҙәренә психологик ярҙам күрһәтеү өсөн ҡыҙыу элемтә асты. Республика клиник психотерапия дауаханаһында психологик ярҙам күрһәтеү буйынса Берҙәм ышаныс телефоны эшләй башланы. Башинформ агентлығы хәбәр итеүенсә, психологтар һәм психотерапевтар медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри яныу билдәләрен һәм сәбәптәрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән психологик ярҙам ойоштора. Ҡыҙыу элемтәгә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем шылтыратырға мөмкин. Консультация алыу өсөн телефон – 8-(347)232-88-70. Быға тиклем Башҡортостанда коронавирус менән ауырыған пациенттар менән эшләгән табип психиатрия дауаханаһына эләккәйне.