Ауыл эшсәндәре һөнәри байрамын билдәләй

Тулыраҡ: Ауыл эшсәндәре һөнәри байрамын билдәләй

Бөгөн республикала ауыл хужалығы эшсәндәренең һөнәри байрамына арналған саралар үтә. Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградарын тапшырасаҡ. Республикала ауыл хужалығын үҫтереүгә етди иғтибар бирелә. Етештереү күләмдәрен арттырыу, баҫыу майҙандарын киңәйтеү, яңы махсус объекттар төҙөү, тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеү, малсылыҡтың етештереүсәнлеген күтәреү маҡсатында йүнәлтелгән ярҙам тос, киләсәктә уны тағы ла арттырыу көтөлә. Быйыл Башҡортостанда иген уңышы 4 миллион тонанан ашып китте. Аграр тармаҡ белгестәренең фиҙаҡәр хеҙмәте дәүләт наградалары менән билдәләнә.