Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Өфө аэропортында стронгмен Эльбрус Ниғмәтуллин Рәсәй рекордын ҡуйырға ниәтләй. Спортсы сентябрҙә үк ныҡлап әҙерләнә башлай. Самолетты тартыу өсөн бөтә мускулдарҙың да эшләүе мөһим, ти ул. Күнекмәләр көн дә спорт залында, урамда һәм аэропортта бара. Йөк автомобилдәрен, трамвай вагондарын, башҡа ауыр техниканы һөйрәп төрлө кимәлдәге рекордтар ҡуйған Эльбрус Ниғмәтуллин бөгөн дә үҙ көсөнә ышана. Ул Өфөгә килеп алдан әҙерлек алып барҙы. Самолетты тартыу өсөн уға бер ниндәй ҙә рельстар ярҙам итмәйәсәк был юлы. Бөтә булған ҡоролма — арҡан, билбауҙар һәм махсус аяҡ кейеме. Һөҙөмтәне теркәү өсөн Рәсәйҙең көс экстримы федерацияһы президенты Василий Грищенко килде.
Боинг самолетын 25 метр тартып барырға
Тулыраҡ: Боинг самолетын 25 метр тартып барырға