Республикала ауыл хужалығы эшсәндәренең һөнәри байрамына арналған саралар үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградарын тапшырҙы. Республикала ауыл хужалығын үҫтереүгә етди иғтибар бирелә. Етештереү күләмдәрен арттырыу, баҫыу майҙандарын киңәйтеү, яңы махсус объекттар төҙөү, тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеү, малсылыҡтың етештереүсәнлеген күтәреү маҡсатында йүнәлтелгән ярҙам тос, киләсәктә уны тағы ла арттырыу көтөлә. Быйыл Башҡортостанда иген уңышы 4 миллион тонанан ашып китте. Аграр тармаҡ белгестәренең фиҙаҡәр хеҙмәте дәүләт наградалары менән билдәләнә. Урып-йыйыу эштәре тамамланғас та, комбайнды тикшереп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ, ти тәжрибәле механизатор Рәмил Хәиртдинов. Быйыл ул Шишмә районы Агроальянс хужалығынада 750 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө сәскән. Уңыштың мул булыуы, әлбиттә, ауыл хужалығы эшсәндәренә генә түгел, шулай уҡ, тәү сиратта, һауа торошо һәм техникаға ла бәйле. 13 йыл ғүмерен баҫыу эштәренә бағышлаған механизатор быйыл да уңыштың һәйбәт булыуын билдәләй. Рәмил Хәиртдинов бәләкәй сағында тәүҙә олатаһы, һуңынан атаһының баҫыуҙа эшләгәнен күреп үҫкән. Тимер-томор, техниканы яратып үҫкән егетте һөнәр һайлау мәсьәләһе борсомай. Берәүҙәр был эшкә бала сағынан мөкиббән китһә, ә ҡайһы берәүҙәр иһә йылдар үткәс, тормошон ауыл хужалығына бәйләй. Стәрлетамаҡ районы “Калинин” исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы механизаторы Илнур Ҡотлошин, мәҫәлән, һөнәре буйынса башланғыс класстар уҡытыусыһы. Тик тормош ҡушыуы буйынса, ул 2007 –се йылдан алып баҫыу эштәрендә тир түгә. Икенсе һөнәргә уҡып сығыуыма бер ҙә үкенмәйем, ти ул. Баҫыуҙағы уңышҡа эшсәндәр әсе тир, көс менән генә өлгәшә. Аграрийҙарҙың тынғыһыҙ хеҙмәте һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Ауыл хужалығында ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүселәр быйыл да республика етәксеһе тарафынан дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Һеҙҙе тыуған ергә һөйөү, юғары һөнәри оҫталыҡ бәйләй, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, тине Радий Фәрит улы тантанала сығыш яһап. Бүләкләнеүселәр араһында билдәле хужалыҡ етәкселәре лә, ябай механизатор, һауынсылар, умартасылар ҙа бар. Бөтәһе 38 уңған орден, миҙал, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Билдәле булыуынса, республикала быйыл “Уңыш-2020” конкурсы ла уҙғарылды. Ауыл хужалығында ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүселәр ун номинация араһында билдәләнде. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров егерме эшсәнгә “Нива” автомобилдәре асҡысын тапшырҙы. Иң ҡыуаныслыһы — бүләкләнеүселәр араһында йәштәр ҙә байтаҡ. Тимәк, ер яҙмышы-ышаныслы ҡулдарҙа. Бындай конкурстарҙың уҙғарылыуы ауыл хужалығын артабан үҫтереүҙә тик этәргес кенә бирә. Был дөйөм еңеү, тип билдәләй эшсәндәр.Ауыл хужалығы тармағында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүселәрҙе дәүләт наградалары һәм автомобилдәр менән тантаналы бүләкләү матур йолаға әйләнгән. Етештереү күләмдәрен арттырыу, баҫыу майҙандарын киңәйтеү, яңы махсус объекттар төҙөү һәм йәштәрҙе был эшкә йәлеп итеү республика алдында ҡуйылған маҡсаттар.
Ауыл хужалығы уңғандары тәбрикләнде
Тулыраҡ: Ауыл хужалығы уңғандары тәбрикләнде