Быйыл Рәсәйҙә ҡыш былтырғыға ҡарағанда һалҡыныраҡ булыр, тип күҙаллай синоптиктар. Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд фекеренсә, уҙған йылдағы ҡышты, башлыса, Атлантик океан өҫтөндә барлыҡҡа килгән йылы һауа массалары билдәләне. Улар Рәсәйҙең Европа өлөшөнә генә түгел, Уралға ла, Себергә лә үтеп инде. Синоптик һүҙҙәренсә, был юлы ҡышҡы һауа торошона бәйле хәл тулҡын кеүек буласаҡ. Йәғни, йылы көндәрҙе сатлама һыуыҡтар алмаштырасаҡ. Ләкин белгестәр һауа торошоноң төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, температура барыбер норманан юғары булыр, тип фаразлай.
Һалҡын ҡыш килә
Тулыраҡ: Һалҡын ҡыш килә