Республика һәм муниципалитет ҡаҙнаһынан ихаталарҙы төҙөкләндереү өсөн 1,5 млрд һум аҡса бүленгәйне. Тендр отҡан подрядсы ойошмалар 380 ихатаны яңы асфальт, уйын һәм спорт майҙансыҡтары һәм башҡа уңайлыҡтар менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә йөкләне. Октябрь аҙағына бар эштәр ҙә тапшырылырға тейеш ине, бөтә подрядсылар ҙа үҙ йөкләмәләрен үтәй алдымы? Һөҙөмтәлә хатта юл да юҡ. 95 йәшлек Зәйнәп апай имгәнеүҙән һаҡланып, тик ишек алдындағы иҫке скәмйәлә генә саф һауа һулай. Йәй уртаһында ҡаҙып ташланған ихатаны 15 октябргә тулыһынса төҙөкләндереү өсөн эшселәрҙең яуаплылығы ла, егәрлелеге лә етмәне, тип иҫәпләй ул. Балалар майҙансығы урынында ҡом тауы, туҡталҡа ерендә тупраҡ һәм таш. Баш ҡаланың Дим районы Хәҡиҡәт урамындағы барыһы туғыҙ йортта йәшәүселәр был хәлгә инде 4 ай түҙергә мәжбүр. Подрядсы ойошма етәксеһе эш планынан ҡалышыуҙы белгестәр етешмәүе менән аңлата. Төбәк етәксеһе дүшәмбелә үткән оператив кәңәшмәлә "Башҡорт ихаталары" проектының тормошҡа ашырылыуы менән бик үк ҡәнәғәт түгеллеген белдерҙе. Хәҡиҡәт урамы ихаталарын ҡар яуғанға тиклем төҙөкләндереп өлгөрөү өсөн Дим районы хакимиәте лә бар көсөн һала — эшкә коммуналь хеҙмәттән 15 белгес һәм 5 техника йәлеп ителгән. Әлегә эштең дүрттән бер өлөшө башҡарылған, уны тулыһынса тамамлау өсөн һуңғы сик — 20 ноябрь. Октябрь районында йәшәүселәр ризаһыҙлыҡ белдерһә лә, Дим районы менән сағыштырғанда эш барышы ер менән күк араһы. Ә Киров районындағы 9 ихатаның 7-һендә күптән автомобилдәр таҙа туҡталҡала урын алған, йорт хужалары тигеҙ асфальттан эшкә һәм кисен ғаиләһенә ашығып атлай, балалар, спорт майҙансыҡтарында шөғөлләнә. Ихаталарҙан тыш, йорт подъездарында ла ремонт эштәре тамамланған. Комплекслы төҙөкләндереү эштәре төбәктә 2024 йылға тиклем ҡаралған. Тик республика етәкселеге хеҙмәттәшлекте йөкләмәләргә яуаплы ҡараған ойошмалар менән генә дауам итеү яҡлы.
Башҡорт ихаталары гөрләйме?
Тулыраҡ: Башҡорт ихаталары гөрләйме?