Ҡош киҙеүе яҡынлаша

Тулыраҡ: Ҡош киҙеүе яҡынлаша

Башҡортостанда көн һайын коронавирус менән ауырыуҙың йөҙҙән ашыу осрағы теркәлә. Һуңғы тәүлектә 106 кешенең КОВИД-19 йоҡтороуы тураһында мәғлүм булды. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, әле 262 кеше стационарҙа дауалана, уларҙың 13-е ауыр хәлдә. 4 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Максим Забелин был хаҡта Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. 65 йәштән өлкәндәр өсөн республикала бөгөндән үҙизоляция талаптары ғәмәлгә инә. Ошо уҡ тәртип хроник сирлеләр өсөн дә зарур. Көн дә эшкә йөрөргә мәжбүр өлкәндәргә хеҙмәт урынынан махсус белешмә кәрәк. Юғиһә административ тәртип боҙоу осрағы теркәлә. Үҙизоляция тәүлек әйләнәһенә түгел, көндөҙ сәғәт иртәнге ун берҙән төшкө бергә тиклем саф һауала булырға мөмкин. Республика башлығы мохтаждарға ярҙам сараларын күрергә, ирекмән төркөмдәре эшен яйға һалырға ҡушты. Мәктәп уҡыусыларының ҙур өлөшө, йәғни, алтынсы-унынсы кластар дистанцион уҡыуҙа ҡала. Был тәртип киләһе ике аҙнаға билдәләнә. Беренсе-бишенсе һәм сығарылыш кластар дәрескә йөрөй. Балиғ йәшенә етмәгәндәр өсөн йәнә бер сикләү – балалар һәм үҫмерҙәргә ата-әсәһенән башҡа сауҙа үҙәктәренә барыу тыйыла. Пандемия сәбәпле указға индерелгән үҙгәреш йәмәғәт туҡланыуы нөктәләренә лә ҡағыла – уларҙың эш сәғәте төнгө ун икенән иртәнге алтыға тиклем туҡтатыла. Был ташламаны бизнес вәкилдәре үтенеп һораған. Республиканың һәр төбәгендә битлек режимы ҡәтғи һаҡлана. Үткән ике аҙнала ковид-19 һәм пневмония осраҡтары тәүлегенә йөҙ тирәһе теркәлә. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, инфекцион госпиталь булараҡ тәғәйен 5000 мең урындың әле 79 проценты файҙаланышта. Өфөләге 13-сө поликлиника менән һуғыш ветерандары гсопиталенең бер нисә бинаһында коронавирус сирлеләр дауалана башланы. Талап ителһә йәнә бер нисә дауахана биналары әҙер. Әлеге ваҡытта төбәктә грипҡа ҡаршы һәм оло йәштәгеләргә пневмококк вакцинаһын бушлай ҡуйыу дауам итә. Йоғошло сир ауыл хужалығына ла янай. Республика менән сиктәш Силәбе өлкәһе менән Татарстанда ҡош киҙеүе теркәлгән. Ауырыу ҡоштар Баҡалы районы янында ла асыҡланған. Ауыл хужалығы министрлығы ошо сәбәпле һатып алыусыларҙы ит һатып алғанда һаҡ булырға, шәхси хужалыҡтарҙы ветеринария белешмәһе алырға һәм ҡош-ҡортто тиҙерәк урынлаштырырға саҡыра. Юл-транспорт ваҡиғалары, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хәл торошона күҙәтеүҙәрҙән һуң оператив кәңәшмәлә Башҡортостан ихаталары программаһының үтәлеше тикшерелде. Вице-премьер Борис Беляев Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалалары менән Ҡалтасы һәм Учалы райондарында эштәрҙең 95, Өфөлә, Бөрөлә, Бүздәк һәм Дәүләкән райондарында 80 проценты үтәлеүе тураһында белдерҙе. Төбәк программаһын 2021 йылға бойомға ашырыу алгоритмы әҙер, күп фатирлы йорт хужалары менән фекер алышыуҙар ойошторолған. Киләһе йылда уңайлы ҡала мөхите программаһын үтәүгә федераль бюджеттан ике миллиард һумға яҡын аҡса бүленәсәк. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан буласаҡ фатир хужаларының хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатына иһә 7 миллирад һумға яҡын аҡса бүленә. Башҡортостан республикаһының Фонд менән эш һөҙөмтәләре менән төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Рәмзил Күсәрбаев таныштырҙы. 2019 һәм 2020 йылда ҡабул ителгән ҡарарҙар нигеҙендә проблемалы объекттар төҙөлөшөн тамамлау йәиһә өлөшләтә төҙөүселәргә компенсация биреү тураһында ыңғай ҡарарҙар бар.Сик ер участкаларын файҙаланыу өлкәһендәге коррупцияға ла ҡуйыласаҡ. Киләһе йылдың беренсе ғинуарынан “Урындағы үҙидаралыҡ тураһындағы” Законға төбәк паламенты индергән үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә. Дәүләт мөлкәте тип сикләнмәгән ер участкаларын ҡулланыуға биреү хоҡуғы республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы ҡарамағына алына. Республика башлығы әлеге ваҡытта муниципалитеттарҙа ер менән идара итеүгә ҡағылышлы сәйәсәтте тәнҡиткә тотто. Төбәктә ер ресурстарын бүлеү һәм идара итеүгә берҙәм дәүләт сәйәсәтен ҡулланыу ерҙе файҙаланырға теләгән граждандарҙың хоҡуғын тигеҙләштерә, участкаларҙы бүлеү һәм күҙәтеүҙең электрон форматы аралашыу мөмкинлеген ябайлаштыра һәм килешеүҙәргә асыҡлыҡ индерә. Яңы ҡанунды киләһе биш йылда башҡарыу күҙ уңында тотола.