Ҡыҫҡа метражлы картина Бөйөк Ватан һуғышына арналған. Режиссеры Роман Пожидаев олатаһы, башҡорт яҙыусыһы, шағир Хәниф Кәримдең хәтирәләренә таянып, был фильмды төшөргән. “Саптар” фильмының тәүге кадрҙарында фашистар һыбайлыны һәм уның атын атып үлтерә. Ә артабан совет разведчиктарының яҙмышы һүрәтләнә. Мәскәү оборонаһы мәлендә яугирҙар 10 көнгә ҡамауға эләгә. Һыуыҡтан, аслыҡтан хәлһеҙләнеп бөткән, яраланған ир-егеттәр атып үлтерелгән йылҡыларҙың сей итен ашап ҡына иҫән ҡалған. Был ваҡиғаларҙы режиссер Роман Пожидаевҡа өләсәһе һөйләгән. Уның олатаһы, яугир-шағир Хәниф Кәрим разведичик булған.Ролдәрҙе Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары башҡарған. Ә лейтенант Кәримов образында — билдәле актер, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев.Фильм ҡыҫҡа метражлы булһа ла, уның өҫтөндә эш ҡатмарлы шарттарҙа үткән. Ҡышҡы эпизодтар үткән йылда яҙлы-көҙлө һәм быйыл февраль айында Өфө районының Булгаков ауылы эргәһендә төшөрөлгән. “Рейд” хәрби-тарихи клубы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы кеүек ҡоралдар һәм кейемдәр менән тәьмин иткән.
Өфөлә “Саптар” фильмының премьераһы үтте
Тулыраҡ: Өфөлә “Саптар” фильмының премьераһы үтте