Бөгөн республикала бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана

Тулыраҡ: Бөгөн республикала бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана

Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Һауа температураһы төндә урыны менән 11 градусҡаса һыуыта. Иртәгә лә ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ. Быйыл Рәсәйҙә ҡыш былтырғыға ҡарағанда һалҡыныраҡ булыр, тип күҙаллай синоптиктар. Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд фекеренсә, быйыл йылы көндәрҙе сатлама һыуыҡтар алмаштырасаҡ. Ләкин белгестәр һауа торошоноң төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, температура барыбер норманан юғары булыр, тип фаразлай.