3 ҡатлы йорттоң ҡыйығы янды. Ут иртәнге сәғәт 6-лар тирәһендә сыға. Ел булғанлыҡтан ҡыҙыл әтәс менән көрәш ҡатмарлаша, уның башҡа биналарға күсеү хәүефе ҙур ине тип белдерә янғын һүндереүселәр. Ваҡиға урынына 20 ҡотҡарыусы һәм 11 берәмек махсус техника йәлеп ителде. Ҡотҡарыусылар ут менән 5 сәғәт дауамында көрәшә. Бәхеткә күрә, зыян күреү һәм үлем осрағы теркәлмәгән. Әле урында тикшереү эштәре алып барыла.
Өфөләге Зәки Вәлиди урамындағы бинала янғын сыҡты
Тулыраҡ: Өфөләге Зәки Вәлиди урамындағы бинала янғын сыҡты