Башҡортостан депутаттары микрофинанс ойошмалар эшмәкәрлеген көйләүсе федераль ҡануниәтте ҡатылатырға тәҡдим итә

Тулыраҡ: Башҡортостан депутаттары микрофинанс ойошмалар эшмәкәрлеген көйләүсе федераль ҡануниәтте ҡатылатырға тәҡдим итә

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, ошо өлкәләге хәл етди борсолоу тыуҙыра. Микрофинанс ойошмалар кешенең ауыр хәлгә ҡалыуы менән файҙаланып ҡалырға тырыша. Алған аҡсаны түләй алмаусылар коллекторҙар менән күҙгә-күҙ осрашырға мәжбүр. Коллектор хеҙмәттәре ҡулланған алымдар күп осраҡта кеше осраҡтарын боҙа. Константин Толкачев билдәләүенсә, бындай ойошмалар эшмәкәрлеге федераль кимәлдә күҙәтеүгә алынған. Шуға ла Микрофинанс эшмәкәрлек һәм микрофинанс ойошмалар тураһындағы законға үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителгән.