Төнъяҡ Корея һыу аҫты кәмәһенән баллистик ракета осорҙо. Ил властары шулай уҡ водород бомбаһының һынауҙы уңышлы үтеүе тураһында хәбәр итте. Ил вәкилдәре был һынауҙар Төнъяҡ Кореяның именлеген һәм мөстәҡиллеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән тип белдерҙе.
Мао Цзедундың 7 метрлыҡ алтын ялатылған статуяһы Ҡытай етәкселәре күрһәтмәһе менән юҡ ителде. Баҡтиһәң, уның авторының ошондай ҙур статуя эшләүгә рөхсәте булмай сыҡҡан.
Бөйөк Британияның эске эштәр министрлығы дини берекмәләрҙе, айырып әйткәндә шәриғәт шураларын тикшереүе тураһында иғлан итте. Иран һәм Курд ҡатын-ҡыҙҙарының хоҡуҡтарын яҡлау ойошмаһы вәкилдәре белдереүенсә, шәриғәт мәхкәмәләре юҡ ителергә тейеш.
Франциянан арҡанда йөрөүсе Танкред Меле бейеклектән йығылып төшөп һәләк булған. Илдең Дром департаментында ир ике һауа шары араһында һуҙылған арҡан аша сығып барғанда ҡолай.