Республика Премьер-министры Күмертау ҡалаһында сәнәғәт предприятиелары һәм социаль объекттарҙы ҡараны

Тулыраҡ: Республика Премьер-министры Күмертау ҡалаһында сәнәғәт предприятиелары һәм социаль объекттарҙы ҡараны

Маячный ауылында май заводы төҙөлөшө бара. Уның инженер инфраструктураһы 2015-се йылда моноҡалалар үҫеше Фонды тарафынан раҫланды. Инвестор Александр Махров төҙөлөш барышын күрһәтеп, быйыл йәй заводтың тәүге сиратын сафҡа индереү күҙ уңында тотола, тип белдерҙе. Рөстәм Мәрҙәнов билдәләүенсә, етештереүсе предприятие заман стандарттары һәм талаптарына яуап бирә. Артабан Премьер-министр Боҙ аренаһы майҙанын ҡараны. Төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе Хәйҙәр Ғайсин менән әңгәмәлә талап ителгән эштәрҙе ваҡытынан алда башҡарған осраҡта финанслауҙы нығытыу мөмкинлеге бар, тип билдәләнде. Республика Хөкүмәте рәйесе ҡаланың иң мөһим предприятиеһы – „КумАПП„ акционерҙар йәмғиәтенә лә килде. Яңы идарасы Юрий Пустовгаров предприятиеның яҡын киләсәккә билдәләнгән пландары менән уртаҡлашты. Артабан эш сәфәре „Шахтер„ стадионында дауам итте. Был спорт объектына иғтибар осраҡлы түгел. Әлеге ваҡытта трибуналарҙың береһе менән хакимиәт бинаһы емерек хәлдә һәм төҙөкләндереү талап итә. Рөстәм Мәрҙәнов белдереүенсә, мәсьәлә иң юғары кимәлдә хәл ителәсәк. Эш сәфәре ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә йомғаҡланды. Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляев ҡаланың социаль-иҡтисади торошо буйынса белдереү яһап, иҡтисад менән социаль өлкәнең тотороҡлоғон тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар тураһында һөйләне. Республиканың үткән йылда социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтары һәм 2016-сы йылға бурыстары менән Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов таныштырҙы. Бөгөн беҙ ыңғай үҙгәрештәрҙән ҡәнәғәт. 2016-сы йылда ла ошо тотороҡлоҡто һаҡларға тырышыу мөһим. Моноҡалалар үҫеше программаһын бойомға ашырыу йәһәтенән бар маҡсаттарға өлгәшеү, инвестиция проекттарын, Күмертау авиация предприятиеһын үҫтереү һәм ҡуйылған бурыстарҙы тулыһынса үтәү – беҙ ошо маҡсаттарға ынтылырға тейеш, тине Республика Премьер-министры.