Унда һәр кем килеп нәзәкәтлек серҙәренә төшөнә ала. Хәҙерге йәмғиәттә үҙ урыныңды нисек табырға, башҡалар менән нисек дөрөҫ мөнәсәбәттәр төҙөргә? Һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙары ошо һорауҙар ҡыҙыҡһындыра. Замана талабын иҫәпкә алып, республикала “Ҡатын-ҡыҙ нәзәкәтлеге мәктәбе” эшләй башланы. Ул Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратында асылды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, уңышлы һәм бәхетле ҡатын-ҡыҙ булырға ла өйрәнеп була. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары холҡо һәм кейеме менән башҡаларҙан айырылып тора. Өҫ кейеменә килгәндә сәстәр ҡаплаулы булырға тейеш. Шуға ла тәүге дәрестәрҙә ҡыҙҙар матур итеп яулыҡ ябынырға өйрәнә.Тегенеү, бәйләү, биҙәнеү, аш-һыу серҙәре, ғәрәп, инглиз теле дәрестәре мәктәп программаһына инә. Һәр дәрескә уҡытыусыларҙы, психологтарҙы, журналистарҙы, табиптарҙы, яҙыусыларҙы һәм башҡа өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған гүзәл заттарҙы саҡыралар. Тәжрибәле остаздар һөйөклө ҡатын һәм әсә булыу серҙәрен дә аса. Мәктәпкә килгән ҡыҙҙар мехенди — биҙәнеүҙең яңы төрө, йәғни ҡына менән тәндә һүрәт төшөрөргә лә өйрәнә. Сәләмәтлекте һаҡлау, балалар менән яҡшы мөнәсәбәт булдырыу, кейем һәм йәмғиәттә үҙеңде тотоу кеүек темалар ҙа ситтә ҡалмай. Белем алыу, аҡыл кимәлен, булған таланттарҙы арттырыу, матурлыҡҡа ынтылыу һәр ҡыҙға тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә. Мәктәптәге курстар бушлай. Белем алыу, рухи, ижади, физик яҡтан камиллашырға теләгән һәр кем йөрөй ала.
Диниә назараты ҡарамағында ҡатын ҡыҙҙар өсөн махсус мәктәп асылды
Тулыраҡ: Диниә назараты ҡарамағында ҡатын ҡыҙҙар өсөн махсус мәктәп асылды