Эш итә белгәндә был емеш бар яҡтан да файҙалы икән. Өфө районының Ҡыҙыл Яр ауылында йәшәүсе Ирина Иванова ҡабаҡ менән тары бутҡаһын бар ғаилә менән яратып ашайбыҙ, ти. Хужабикә әйтеүенсә, боронғо ата-бабалар кеүек көршәккә һалып мейестә бешерелгән аҙыҡ үҙенсәлекле тәме менән айырылып тора. Бутҡаны икмәк бешергәндән һуң ҡыҙған мейескә ҡуйып әҙерләгәндәр. Бындай аҙыҡ үҙенең хуш еҫе, татлылығы менән күңелгә хуш килә. Балалар ҙа уны яратып ашай. Тары менән ҡабаҡ бутҡаһы рус халҡында ғына түгел, ә башҡорт-татар милләтенең дә яратҡан аҙығына әүрелгән. Пандемия башланғансы, буш ваҡыттарҙа Ҡыҙыл Яр тарихи-мәҙәни үҙәгенә килеп һәр теләгән кеше яратып ашаған милли аҙығына оҫталыҡ дәресе күрһәтә ала ине, ти Венера Әхмәт ҡыҙы.Ҡабаҡ һаулыҡ өсөн дә бик файҙалы. Дауаланыу өсөн уның емеше һәм орлоғо ҡулланыла. Емеше – бына тигән диетик аҙыҡ, ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яйға һалырға ярҙам итә. Йөрәк, бауыр һәм бөйөр сирләгәндә, тән шешенгәндә, биҙгәк тотҡанда, нервы ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡ йонсотҡанда, подагра, атеросклероз сирҙәренән дә, аҙ ҡанлылыҡтан да файҙалы. Бынан тыш, был ризыҡ эс ҡатыуҙан килешә, һимереүгә юл ҡуймай.
Быйыл көҙ баҡсала ҡабаҡ ҡотороп уңды
Тулыраҡ: Быйыл көҙ баҡсала ҡабаҡ ҡотороп уңды