Хушлашыуҙар-осрашыуҙар мәктәп тупһаһы аша үтмәй. Сикләүҙәр йоғошло сирҙе иҫкәртеү сараһы. Башҡаланың беренсе лицейында, башҡа ойошмаларҙағы кеүек үк, медицина инспекторы вазифаһы йәмәғәт башланғысында башҡарыла. Тән температураһын үлсәү, бүлмәләрҙе санитар эшкәртеү кеүек талаптарҙың үтәлеше махсус кенәгәлә теркәлә. Уҡыусыларҙың һаулығын дәрестә класс етәксеһе күҙәтә.Урта дөйөм белем биреү учреждениелары көҙгө каникулдан һуң ярым онлайн тәртиптә эшләй. Беренсе-бишенсе һәм сығарылыш кластар мәктәп бинаһында уҡыһа, алтынсы-унынсылар өйҙән тороп дәрестәр ала. Йәнә ике аҙнанан, коронавирус хәүефе кәмей төшһә, үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Әлегә сир таралыу тиҙлегенең юғары кимәле сәбәпле халыҡ менән күҙгә-күҙ аралашыуға нигеҙләнгән ойошмалар күмәк йыйылыштарҙы сикләргә, биналарҙа санитар-гигиена ҡағиҙәләрен хәстәрләргә бурыслы.Стәрлетамаҡ ЗАГСының түр яҡ ишектәре бикле. Бында килеүселәрҙе ихата яғынан урап инергә саҡыралар. Ихата яҡтан ике ишек асыҡ. Бында көнөнә йөҙәрләгән кеше төрлө таныҡлыҡ алырға килә. Беҙ эшләгән бер сәғәттә осрағандарҙың барыһы ла битлек режимын теүәл үтәгәне асыҡланды. Бина эсендә иһә барыһы ла өлгөлө тип әйтеүе ҡыйын. Урын тар, сират көтөп ултырғандар етерлек, тән температураһын үлсәү ҡоролмаһы берәү, медицина инспекторы махсус курс үтеп сертификат алырға өлгөрмәгән. Стәрлетамаҡта ыңғай күрһәткестәр ҙә бар. Республика башлығы хакимиәтенең контроль идаралығы белгестәре мәғлүмәте буйынса дәүләт ойошмалары һәм социаль учреждениеларҙың күбеһе санитар ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәй. Хеҙмәт коллективтарында ғына түгел йәмәғәт урындарында ла сир таралыу хәүефе етди күҙәтелә. Иҫкәртеү рейдтары көн уртаһында, халыҡтың сауҙа үҙәгендә йыйылған мәлендә үтә. Административ комиссия төп иғтибарҙы ата-әсәнән башҡа йөрөгән үҫмерҙәргә йүнәлтә.Балиғ йәшенә етмәгәндәр эше буйынса комиссия менән бер рәттән рейдҡа сыҡҡан дружинниктар 65 йәштән өлкәндәрҙең тәртип һаҡлауын күҙәтә. Иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө бергә тиклем улар саф һауала йөрөй, аҙыҡ-түлек йә дарыу һатып алырға сыға ала.Ә бына 65 йәштән оло хеҙмәткәргә эшкә сығыр өсөн рөхсәт ҡағыҙы кәрәк. Был ғәмәлде, тәү сиратта, эш биреүсе ойошма хәстәрләргә бурыслы. “Юғары әҙерлек” тураһындағы ҡарарҙағы яңы үҙгәрештәр ноябрь аҙағына тиклем ғәмәлдә. Уларҙың үтәлеше өсөн тыңлаусан кешеләр генә түгел, сауҙа әйләнешен хәстәрләгән һатыусылар ҙа, вазифа биләгән етәкселәр ҙә яуаплы.
Талаптар нисек үтәлә?
Тулыраҡ: Талаптар нисек үтәлә?