Быйыл студенттар сессияны нисек тапшырыр?

Тулыраҡ: Быйыл студенттар сессияны нисек тапшырыр?

Республикала ноябрь башынан юғары уҡыу йорттарында бер үк ваҡытта көндөҙгө һәм дистанцион уҡытыу башланғайны. Сығарылыш курстары уҡыу йортона йөрөй, ә ҡалғандар өйҙән белем алыуын дауам итә. Лаборатор һәм практик эштәрҙе улар онлайн башҡара. Быйыл сессия нисек үтер? Студенттар дистанцион уҡыуға нисек ҡарай? Өфө дәүләт нефть техник университетының технология факультетында лаборатор эштәр хәҙер ғәҙәттәгесә үтмәй. Кеше һаны мөмкин тиклем әҙ. Өфөлә йәшәүсе студенттар университетҡа теләк буйынса килә, ә бына республиканың башҡа район-ҡалаларында йәшәүселәр йә иһә дәрестә була алмаусылар уҡыу процессын телефон аша үҙләштерә. Төркөмдә бөтәһе ете кеше белем ала. Лаборатор эштәр көнөнә өс тапҡыр үткәрелә.Магистрҙар онлайн үҙҙәренең һорауҙарын бирә, конспект яҙа. Ғөмүмән, уҡыу планы бер ҙә үҙгәрмәй. Тик студенттарҙың, бигерәк тә, лаборатор эштәрҙе үҙҙәре эшләп ҡарай алмауҙары күп һорауҙар тыуҙыра. Пандемия булыу сәбәпле, хәҙер республиканың һәр белем биреү учреждениеһында дистанцион уҡыу өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған. Мәҫәлән, был махсус программа ярҙамында студенттар онлайн рәүештә лаборатор эштәрҙе башҡара. Өҫтәүенә, бөтә лекцияларҙы йә программа аша уҡый һәм видео аша ҡарап була.Берәүҙәр өсөн дистанцион уҡыу ауырлыҡтар тыуҙырһа, икенселәре бындай үҙгәрештәргә ыңғай ҡарай. Ғәлиә Хафизова Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты. Онлайн рәүештә үҙенең уҡыу программаһын үҙләштереүҙән тыш, ул шулай уҡ башҡаларға сит телдәр дәрестәрен алып бара. Республиканың мәғариф министры һүҙҙәренсә, көн һайын юғары уҡыу йорттарында студенттар һәм уҡытыусылар араһында 30-50 сирле теркәлә. Шуға ла быйыл имтихандар ҙа онлайн рәүештә булыр, тип көтөлә.Лекцияларҙы һәм имтихандарҙы ниндәй форматта үткәреүҙе һәр бер уҡыу йорто етәкселеге үҙаллы һайлай.