Киләһе йылдан әсәлек капиталын индексациялау ҡарала

Тулыраҡ: Киләһе йылдан әсәлек капиталын индексациялау ҡарала

Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 2021-се йылдан уны йыл һайын арттырыу планлаштырыла. Әсәлек капиталын биреү Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Демография» милли проектында ҡаралған. 2007 йылдан икенсе балаһы тыуған йәки баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр ошондай дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы. 2020 йылдан беренсе балаһы донъяға килгән ғаиләләрҙең дә әсәлек капиталына хоҡуғы бар. 1 ғинуарҙан һуң тәүге балаһы тыуған ғаиләләр өсөн әсәлек капиталы күләме 466 617 һум. 2020 йылдан икенсе сабыйы донъяға килгән ғаиләләр өсөн әсәлек капиталы 150 мең һумға арттырыла.