Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр яңыртылған ихата биләмәләрен ҡабул итеп ҡыуана. Республикала Башҡорт ихаталары программаһы 90 процентҡа үтәлгән. Йәмғеһе быйыл 380 ихата яңыртылған. Төбәк ҡаҙнаһынан 2020-сы йылға 1 миллиард 700 мең һум аҡса йүнәлтергән. Республикала был проект икенсе йыл бойомға ашырыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар билдәләүенсә, үткән йылдағы барлыҡ етешһеҙлектәрҙе күҙ уңында тотоп, быйыл ихаталарҙы мөмкин тиклем күләмле һәм ваҡытында ремонтлап тапшыра алғандар. Мәҫәлән, Мишкә районы үҙәгендә төҙөлгән балалар майҙансығы һәм яңыртылған йорт алды биләмәһе эргә-тирәләге балаларҙың иң яратҡан майҙансығына әүерелгән. Ике йәшлек Рәсүл яңы, иркен майҙансыҡта бер үҙе кинәнеп уйнай. Әммә бындай мөмкинлек уға иртән, уҡыусылар мәктәпкә киткәндә, кескәйҙәр балалар баҡсаһында булғанда ғына тәтей. Ә төштән һуң ихата шау-гөр килеп тора. Күптән көтөлгән яңы балалар комплексын һәм яңыртылған йорт алды биләмәһе ай элек кенә ҡулланыуға тапшырылған. Шул мәлдән алып был балаларҙың иң яратҡан урыны. Күрше-тирә йорттарҙан ғына түгел, икенсе урамдарҙан да киләләр. Урындағы халыҡ һөйләүенсә, быға тиклем заманса балалар майҙансығы ауылдың үҙәк урамында ғына булған.Өлкән йәштәгеләрҙең дә теләктәре иҫәпкә алынған. Кер киптереү һәм саң ҡағыу урыны яңыртылған. Ни тиһәң дә ауыл ере, унһыҙ булмай, ти ошо 2 ҡатлы йортта 40 йыл ғүмер итеүсе ханым.Тыныслыҡ урамындағы йорттарҙың Башҡорт ихаталары программаһында ҡатнашасағы хаҡында үткән көҙ һүҙ сыҡһа, июнь айында уртаҡ фекер, килешеү төҙөгәндән һуң күләмле эш башлана. Бордюрҙарҙы яңыртыу, сүп-сар өсөн контейнер урынлаштырыу, ихатаны тейешенсә яҡтыртыу һәм видео-күҙәтеү камералары ҡуйыу. Шулай ҙа йорт хужаларын иң ҡыуандырғаны, ишек алдында оҙаҡ йылдар көтөлгән асфальт түшәлеүе һәм машина ҡуйыу өсөн махсус урындар. Идарасы компания етәксеһе әйтеүенсә, бар эште лә тиерлек үҙҙәренең көсө менән башҡарғандар. Балалар майҙансығына йомшаҡ түшәлмә һалыу өсөн генә подрядсыларҙы саҡырырға тура килгән. Киләһе йылға эргәләге тағы ике йортто төҙөкләндерергә йыйыналар. Был ихаталарҙа балалар өсөн генә түгел спорт менән шөғөлләнеү майҙансыҡтары урын аласаҡ. Ә ремонт үткән подъездарҙа почта йәшниктәре, иҙән плиталары алыштырыла, һаҡсыл яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Тупланған тәжрибә йылдан йыл ихаталарҙы замансараҡ итергә мөмкинлек бирә.
Мишкә ихаталары
Тулыраҡ: Мишкә ихаталары