Иглин ауылында 29 йәшлек егет туңып үлде

Тулыраҡ: Иглин ауылында 29 йәшлек егет туңып үлде

Ришат Иҙиәтуллин төҙөлөш соҡорона ҡолай һәм сыға алмайынса ярҙам һорап туғандарына шылтырата. Егетте эҙләүгә полиция ла йәлеп ителә. Ләкин, яҡындары һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары уны таба алмай. Ә Ришат Иҙиәтуллин иртәнге бишкә тиклем кеҫә телефоны аша бәйләнештә була. Кем ғәйепле? Ни өсөн йәш егет туңып үлгән? Нәжиә Иҙиәтуллина уртансы улын ерләне. Әсә кеше, әгәр тейешле хеҙмәттәр ваҡытында саралар күрһә, Ришатты ҡотҡарып булыр ине, тип ышана.Ришат Иҙиәтуллин яңы йыл ҡаршыларға тип ауылына ҡайта. Ул яҡындарын ҡыуандырам тип бүләк алырға кибеткә бара һәм юҡҡа сыға. Һуңынан иһә төнгө беренсе яртылар тирәһендә ярҙам һорап үгәй атаһына шылтырата.Йәш егетте ата-әсәһе, ағаһы һәм 13 йәшлек ҡустыһы эҙләргә сыға. Яҡындары тимер юлы буйын, төҙөлөш барған урындарҙы ҡарап сыға. Уңышҡа өлгәшә алмағас, улар райондың берҙәм диспетчер хеҙмәтенә шылтырата.Ришат иртәнге сәғәт бишкә тиклем бәйләнештә була һәм яҡындарына ҡолаған урынын аңлатырға тырыша. Әммә, бер кем дә ярҙам итә алмай. Егетте төҙөлөш соҡоронда 5 ғинуарҙа ғына ағаһы һәм үгәй атаһы табып ала.Асыҡланыуынса, төҙөлөш майҙансығына Ришат Иҙиәтуллин дуҫтары менән килә. Дуҫтары менән төҙөлөш будкаһында етеп килгән яңы йылды ҡаршылағас, егет ҡайтырға сыға. Танышы уға тура юлды ла өйрәтеп ебәрә. Ләкин бында ярҙам итеү түгел, ә ярҙан этеү кеүек килеп сыға.29 йәшлек егет аяғының йөрөмәүе, яҡында төҙөлөп ятҡан 5 ҡатлы йорттар урынлашыуы, поездар тауышы ишетелеүе хаҡында ла хәбәр итә.Соҡорҙа төҙөлөш материалдары һәм тимерҙәр ята. Бәлки, йәш егет унда төшкәндә аяғын йәрәхәтләгәндер. Соҡорҙың тәрәнлеге кәмендә бер метр ярым тирәһе.Ришат Иҙиәтуллинды полиция хеҙмәткәрҙәре лә эҙләшә. Әммә, ул да һөҙөмтә бирмәй. Иҙиәтуллиндар ғаиләһе ярҙам һорап Өфөгә төрлө хеҙмәттәргә шылтырата. Уларҙан да ярҙам көтә алмайҙар. Туңып үлгән егеттең туғандары Яңы йыл алдынан беҙгә бер кем дә ярҙам итергә теләмәне, тип ышана. Ришат Иҙиәтуллинды хәҙер ҡайтарып булмай. Егеттең ата-әсәһе башҡа кешеләр менән дә ошондай хәл килеп тыумаһын ине, тип борсола.