Тик ташлама булһын өсөн уны 20 көн эсендә административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы ҡарарҙа күрһәтелгән иҫәпкә күсерергә кәрәк. Автомобиль менән эскән килеш идара итеүселәр, ҡаршы яҡ юлдан хәрәкәт итеүселәр, теркәлмәгән транспорт менән идара итеүселәр ташламаларға өмөт итә алмай. Үткән йылда юл хәрәкәте дәүләт инспекторҙары ҡағиҙә боҙоусы водителдәр менән ҡәтғи көрәш алып барҙы. Штрафтарын ваҡытында түләмәүселәр административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. 15 тәүлеккә тиклем иркенән мәхрүм итеү осраҡтары ла теркәлде. Бынан тыш түләнмәгән штраф күләменән икеләтә яңы штраф һалынды. 1 ғинуарҙан алып үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәр бурыстарҙың артыуына юл ҡуймаясаҡ, тип һанай юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары. Тик улар бөтә ҡағиҙә боҙоу осраҡтары өсөн дә ҡаралмаған.Булған бурыстар буйынса мәғлүмәттәрҙе юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының рәсми сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетта теркәлеп, шунда табырға мөмкин. Шулай уҡ идаралыҡтарға барып та штрафтарҙың барлығын тикшерергә һәм шунда уҡ түләргә була. Бөгөнгө көнгә ҡарата, водителдәр 23 декабрҙән алып һалынған штрафтарын яңы ысул буйынса түләй ала. Ә түләмәй йөрөүселәргә ҡәтғи яза бирелә.15 ғинуарҙан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы тағы ла бер үҙгәреш көтә. Ул административ штраф күләме, шулай уҡ алимент өсөн бурыстары 10 мең һумдан артҡан водителдәргә ҡағыла. Уларҙың водитель таныҡлығы ваҡытлыса ғәмәлдән сығарыласаҡ.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған өсөн штрафтың ярты хаҡын ғына түләргә мөмкин
Тулыраҡ: Юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған өсөн штрафтың ярты хаҡын ғына түләргә мөмкин