Илдең төп хоҡуҡи ведомстволарының береһен булдырыу тураһындағы Указға батша Петр беренсе ҡул ҡуйған. Прокуратура алдында торған төп бурыстар тип Петр беренсе яуызлыҡты кәметеү йә уны юҡ итеүҙе, ғәҙелһеҙлек, законһыҙлыҡ һәм ришүәтслекте тамырынан ҡоротоуҙы атаған. Әле лә был бурыстар көнүҙәк булып ҡала. Башҡортостан прокуратураһы былтыр республика мәктәптәрендә йөҙәрләгән тикшереү уҙғарған. Һөҙөмтәлә ата –әсәләрҙән законһыҙ аҡса йыйыуҙың тиҫтәләгән осрағы асыҡланған. Белем биреү йорттары етәкселәре төрлө хәйриә ярҙамы, йәки иғәнәләр индереү тип төрлө күләмдәге матди сығымдар талап иткән.
Бөгөн Рәсәй Прокуратураһы көнө
Тулыраҡ: Бөгөн Рәсәй Прокуратураһы көнө