Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Германияла криминаль хәл ҡатмарлаша. Ул тәү сиратта илгә килгән ҡасаҡтарға бәйле. Яңы йыл алдынан мигранттарҙың ҡатын-ҡыҙҙарға һөжүм итеүе йәмғиәттә ҙур борсолоу тыуҙыра. Ошондай ҡатмарлы шарттарҙа исламға ҡаршы ПЕГИДА хәрәкәтенең билдәлелеге арта. Ультра уң хәрәкәттәр вәкилдәре демонстрацияларға сығып мигранттарға бәйле хәлде кисекмәҫтән көйләргә саҡыра. Кире осраҡта улар ҡәтғи саралар күреү менән янай.

Гуманитар йөк тейәгән машиналар Сүриәнең Мадайя ҡалаһына килде. Берләшкәр Милләттәр ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бында 40 меңгә яҡын кеше аслыҡтан һәм эсәр һыу етмәгәнлектән ыҙа сигә.

Израилда пилотһыҙ аппарат уңышлы һынау үткән. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ул билдәләнгән траектория буйынса осҡан һәм кәрәкле урынға ултырған. Осоусы аппарат йөк, ҡорал ташыу һәм яралыларҙы эвакуациялау өсөн тәғәйенләнгән.

Таиландта йыландар шоуы ваҡытында Ҡытайҙан 29 йәшлек турист питонды үбергә теләй. Әммә шул ваҡытта йылан уның битен тешләй. Бәхеткә күрә, йылан ағыулы булмаған.