Унда республика мәктәптәренән һәм Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән 300-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Олимпиада башҡорт мәктәптәре, башҡорт телен туған тел булараҡ һәм телде дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында үткәрелә. Эльвира Кирилова Мәләүез районынан килгән. Ҡыҙ олимпиадала өсөнсө йыл ҡатнаша. Телде өйрәнеү ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, ти. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйылғы олимпиадала балаларҙың ижади һәләттәренә баҫым яһала, ти комиссия рәйесе Мәрхәбә Дәүләтшина. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында башҡа милләт балаларының ҡатнашыуы, уларҙың телде теләп өйрәнеүен, хатта ярыштарҙа ихлас көс һынашырға теләүен дәлилләй. Саранан уҡыусылар ғына түгел, ә уҡытыусылар ҙа дәрт, илһам алып ҡайта. Унда еңеүселәргә республика юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк биреләсәк.
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада уҙа
Тулыраҡ: Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада уҙа