Уның аша теләгән һәр кем тәүлек әйләнәһенә 8-347-218-19-19 телефоны буйынса медицина учреждениеларына шылтырата ала. Бөгөндән шулай уҡ республикала КОВИД-19 диагнозы булғандарға бушлай дарыуҙар таратыла башлай. Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Коронавирустан өйҙә нисек дауаланырға, ҡайһы осраҡта дауаханаға ятырға, вирусҡа тест һөҙөмтәһе нидәй? Яңы булдырылған Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге ирекмәндәренә пандемияға бәйле барлыҡ һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ә сир менән көрәшкә бәйлеләренә эксперттар яуап бирә. Яңы үҙәк, тәү сиратта, йәмғиәтте борсоған, әле үк актуаль һорауҙарға яуап, уның менән бергә ярҙам алыу мәсьәләһен хәл итһә, икенсенән ҙур ҡытлыҡ кисергән һаулыҡ һаҡлау тармағына ярҙамсы көскә әйләнергә тейеш, тине Радий Хәбиров.Тәүлек эсендә йәнә 116 кешелә коронавирус табылған, 12 мең 444 кеше сир менән күҙгә-күҙ осрашҡан. 68 пациент өсөн ул фажиғәле тамамланған. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренә ҡарағанда, пандемия башланғаны бирле миллон ярымдан ашыу тест эшләнгән. Ил буйынса ҡарағанда Республика вирус хәүефе буйынса 80-81 урындарҙа ғына, тимәк хәл күпкә яҡшыраҡ, тип аңларға кәрәк. Хәлде тағы ла яҡшыртырға федераль бюджеттан килгән финанстар ярҙам итергә тейеш. Ковид диагнозы ҡуйылған йә вирусты йоҡтороуға шиге булғандар бөгөндән бушлай дарыу ала башлаясаҡ. Уны ай һайын кәмендә 5 мең пациентҡа бирергә иҫәп тоталар, кемдәр аласағын табип хәл итә. Тәү сиратта, уртаса һәм ауыр сирлеләргә тәғәйенләнгән.Эпидимиологик хәл яңы йыл байрамдарында ла сағыласаҡ. Коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб был аҙнала мәктәп, балалар баҡсаларында сараларҙы ойоштороу йә ойоштормау, корпоративтар уҙғарыу, күмәк халыҡ йыйылыр тамашаларға бәйле ҡарар ҡабул итәсәк. Байрам көндәрендә дарыуҙарға бәйле хәл ҡатмарлашып китмәһен өсөн уны әленән хәстәрләргә ҡушты Республика башлығы. Сөнки Республикала коронавирусҡа бәйле хәл бөгөн ауыр тип баһалана. Шуға ла битлек режимы үтәлеше, ололар һәм хроник сирлеләрҙең үҙизоляция режимын үтәүенә етди иғтибар, көн һайын 200 протокол яҙыла. Оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә беренсел медицина ярҙамы мәсьәләһе лә сығарылды. Быйыл республикаға 94 фельдшер-акушер пункты һәм 3 модулле табип амбулаторияһы төҙөү өсөн аҡса бүленгән, шуның күп өлөшө федераль бюджеттан. Ауыл еренә белгестәр йәлеп итеү өсөн республика программаһы буйынса 18 белгес 5-әр йөҙ мең һумлыҡ матди ярҙам алған. 2024 йылға тиклем тәү ярҙам звеноһын үҫтереүгә республика 15 миллиард һум ярҙам аласаҡ.Көҙгө-ҡышҡы осорға юлдарҙың әҙерлеге менән тармаҡ өсөн яуаплы ведомство етәксеһе Алан Марзаев таныштырҙы. Техника етерлек, реагнеттар әҙерләнгән, ҡом ҡатыш тоҙ һәм ҡом әҙерләү буйынса етешһеҙлектәр бар. Урал аръяғы райондарына 160 миллион һумға 24 берәмек техника һатып алыуға аҡсалар бүлеү күҙаллана. Торлаҡ коммуналь хужалығын тәүге һыуыҡтар әҙерлеккә һынап та ҡараны. Белоретта ошо көндәрҙә йылылыҡ селтәрендә барлыҡҡа килгән авария сәбәпле 1 мең ярымдан ашыу кешенең фатирҙары йылыһыҙ ҡалды. Авария тәүлек эсендә төҙәтелгән.
Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы үҙәк эш башланы
Тулыраҡ: Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы үҙәк эш башланы