Республикала табиптар менән бер рәттән һаулыҡ һағында торған студенттар һәм ординаторҙар һаны күбәйә. Ошо көндәрҙә уларҙың сафтары тағы ла артты. Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө медицина колледжы студенттары ҡала поликлиникаларына ярҙамға ебәрелде. Йәш белгестәрҙең эш даирәһе киң – пациенттарҙы ҡабул итеү, ҡағыҙ эштәрен алып барыу, колл-үҙәктә коронавирус менән сирләүселәргә онлайн ярҙам күрһәтеү. Ленара Бикеева Башҡорт дәүләт медицина университетының клиника ординатураһында белем ала. Ҡәҙимге дәрестәргә хәҙер дауаханала эш өҫтәлде. Йәш ҡыҙ 38-се ҡала поликлиникаһында табиптарға ярҙам итә. Хәҙер инде рәсми рәүештә эшкә урынлашты. Әлеге ваҡытта ул участка терапевты булып эшләй. Ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан, халыҡҡа, шул иҫәптән – табиптарға ярҙам итеү мөмкинлеге — оло тәжрибә, ти йәш ҡыҙ. Өфөнөң 38-се дауаханаһы коллективы әлеге ваҡытта медицина университетынан 10 ординатор һәм медицина колледждынан 10 студент менән тулыланды. Йәш, хәҙер инде әҙерлек үткән белгестәр, тәжрибәле табиптарға дауалау эше менән шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә, уларҙың байтаҡ эшен үҙ өҫтәнә ала. 38-се ҡала поликлиникаһына көнөнә уртаса 600-ҙән ашыу кеше килә. 200-гә яҡын сирлене табиптар йортона барып дауаларға мәжбүр. Унан тыш, анализ тапшырырға килеүселәр ҙә бихисап. Эш, ысынлап та, бик күп. Тап ошо ваҡытта студенттарҙың ярҙамы алтынға бәрәбәр, ти табиптар.Ә был 43-се ҡала дауаханаһының колл — үҙәге. Был бүлмәлә бер секундҡа ла телефон шылтырауы тынмай. Башҡорт дәүләт медицина университеты ординаторҙары һәм Өфөнөң медицина колледжы студенттары коронавирус менән сирләүселәргә телефон аша арҙам итеүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алған.Сирлеләрҙең бер һорауы ла яуапһыҙ ҡалмай. Бының өсөн дауаханаға күптән телефондар һатып алынған. Йәш егет-ҡыҙҙар хатта ватсапҡа килгән һорауҙарға яуап биреп өлгөрә. Әлеге ваҡытта республиканың дауалау учреждениеларында меңләгән ординатор һәм студент эшләй. Иң мөһиме медицина юлын һайлаған йәш белгестәр йөкмәтелгән бурыстын оло теләк, ихласлыҡ менән башҡара.
Студенттар ярҙамға килә
Тулыраҡ: Студенттар ярҙамға килә