Ни өсөн бөгөн күп кенә яҡшы әҫәрҙәр үҙенең уҡыусыһын тапмай?

Тулыраҡ: Ни өсөн бөгөн күп кенә яҡшы әҫәрҙәр үҙенең уҡыусыһын тапмай?

Киләсәктә әҙәбиәткә ҡағылышлы мәсъәләләрҙе системалы рәүештә, дәүләт вәкилдәре ҡатнашлығында хәл итәсәктәр. Бөтә донъя башҡорттары Конгрессының киңәйтелгән ултырышында ошондай фекер яңғыраны. Йыйылышта Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов та ҡатнашты. Әҙәбиәтселәр онлайн ултырышта бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш йүнәлештәре, китаптарҙы баҫтырыуҙа килеп тыуған мәсъәләләр, әҙәби тәнҡит, башҡорт әҙәби әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеү үҙенсәлектәре һәм башҡа мәсъәләләрҙе күтәрҙе. Ни өсөн бөгөн күп кенә яҡшы әҫәрҙәр үҙенең уҡыусыһын тапмай? Әҙәбиәткә һәм әҙиптәргә Хөкүмәт тарафынан иғтибар арта, был да дөйөм үҫешкә ыңғай йоғонто яһай.