Республикала коронавирус менән сирләп, өйҙә дауаланыусыларға бушлай дарыуҙар бирелә башланы. Был турала ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте башлығы Михаил Мишустин ҡул ҡуйғайны. Өфөлә беренселәрҙән булып бушлай дарыуҙарҙы хәле уртаса һәм ауыр булған сирлеләр, вируслы пневмония менән ауырыусылар ала башланы. Ошо бәләкәй ҡумтала коронавирустан дауаланыу курсы. Дарыуҙар табип билдәләгән схемаға ярашлы тупланған. Иң мөһиме, улар артынан дарыуханаға барыу кәрәкмәй, өйгә алып киләләр. Ә сирлеләргә кәрәкле ҡағыҙҙарҙы ғына тултырыу зарур.Бындай “Сәләмәтлек ҡумталарын” ирекмәндәр алып килә. Был юлы ярҙамсылар сафында Берҙәм Рәсәй партияһының Беҙҙең хәстәр волонтерҙар үҙәге ҡыҙҙары һәм егеттәре. Сирлеләр янына тик ковид вирусын үҙ иңендә кисергәндәрҙе генә ебәрәләр. Ирекмәндәрҙең хеҙмәте табиптарҙың эшен еңеләйтә. Улар тиҙҙән хроник ауырыуҙары булған һәм хәрәкәте сикләнгәндәр өсөн, уларҙың ғаризаһы менән, дарыу рецепттарын да өйҙәренә алып бара башлай. Төбәк вирусҡа ҡаршы 1100 кешегә етерлек һәм бактерияларға ҡаршы 2 мең кешелек препараттар менән тәьмин ителгән. Ил хөкүмәте бының өсөн республикаға 150 млн һум аҡса бүлде. Сумма 19 мең пациентты дауалауға етәсәк. Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенә Яңы йыл ялдары өсөн дауаханаларҙа, дарыуханаларҙа алдан дарыуҙар запасын туплап ҡуйырға бойорҙо. Пандемия башланғандан алып коронавирус менән төбәктә 12 меңдән ашыу кеше сирләгән. Ошоға бәйле, төбәк башлығы тағы ла бер тапҡыр ололарҙың һәм хроник сирҙәре булғандарың үҙизоляция режимын һаҡлау мөһимлеген билдәләй. Битлек режимы ла мотлаҡ һаҡлана. Ә Роспотребнадзор ковидҡа тестарҙың әҙер булыу ваҡытын ҡыҫҡартырға ҡушты. Ул 48 сәғәттән артмаҫҡа тейеш.
Бушлай дарыуға кем хоҡуҡлы?
Тулыраҡ: Бушлай дарыуға кем хоҡуҡлы?