Грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә

Тулыраҡ: Грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә

Башҡортостандың эре сәнәғәт предприятиеларында грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. Әлеге көнгә республиканың эре сәнәғәт ойошмаларында 30 процент хеҙмәткәр, үҙенең сәләмәтлеген алдан хәстәрләп, киҙеүҙән прививка эшләткән. Ни өсөн быйыл иммунизация үтеү айырыуса мөһим? Башнефтегеофизика ойошмаһында киҙеүгә ҡаршы вакцина эшләтеүгә быйыл айырыуса етди ҡарағандар. Көндәр һалҡынайыу менән Covid-19 сиренә башҡа киҫкен респиратор сирҙәр ҡушылыуын күҙ уңында тотоп күләмле иммунизация үткәреүҙе мотлаҡ тип тапҡандар бында. Былтыр хеҙмәткәрҙәрҙең 15 проценты ғына привика эшләтһә, быйыл үҙен был йоғошло сирҙән һаҡларға теләүселәр 40 процентҡа еткән. Вакцинация Илнур Низамовтың һөнәре менән туранан тура бәйле. Ул хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес булараҡ хеҙмәттәштәренә үрнәк күрһәтергә тейеш. Шулай булғас, грипптан прививканы ул тәүгеләрҙән булып эшләтә. Бөгөнгө көнгә Благовещен арматура заводында эшселәренең 20 проценты вакцинация үткән. Унда 1500 кеше эшләгәнен күҙ уңында тотҡанда, күрһәткес яҡшы ғына. "Башҡорт баҡыры" предприятиеһында 845 кеше эшләй. Компанияла киҙеүгә ҡаршы вакцинация саралары сентябрь айында башланған. Әлеге көнгә прививка эшләткән хеҙмәткәрҙәр һаны 81 процент. Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан белдереүҙәренсә, республиканың етештереүсе предприятиеларында 100 меңдән ашыу кеше эшләй. Төбәктең эре сәнәғәт предприятиеларын барлағанда, хеҙмәткәрҙәрҙең 30 проценты вакцинация үткән. Предприятие етәкселәре әйтеүенсә, сирҙе иҫкәртеүсе саралар хеҙмәткәрҙәр сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, был компанияларҙың иҡтисади хәлендә лә саҡылыш таба. Киҙеүгә ҡаршы вакцинация ноябрь аҙағынаса дауам итә.