Мәкерле сир ҡоторған мәлдә быйыл яңы йыл байрамдары нисек үтер?

Тулыраҡ: Мәкерле сир ҡоторған мәлдә быйыл яңы йыл байрамдары нисек үтер?

Аҙна һуңына тиклем Башҡортостан Хөкүмәте COVID-19 таралыу шарттарында республиканың Яңы йылды нисек ҡаршы аласағы тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш. Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, ҡарар килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып ниндәй нормалар, ниндәй тыйыуҙар буласағын билдәләргә тейеш. Рәсәйҙең айырым төбәктәрендә Яңы йылды ҡаршылау һәм уҙғарыу хаҡында ҡарарҙар ҡабул ителгән дә инде. Балалар өсөн шыршы байрамдары буламы, юҡмы? Был һорауға тиҙҙән Башҡортостанда ла аныҡ яуап булыр тип көтөлә.