Өфөнөң Шәфиев һәм Урман техникумы урамдарын тоташтырған юл өлөшө 1 декабрҙә асыла. Әле унда төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға бара. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә хәбәр ителде. Ултырыштың төп мәсъәләләрҙең береһе — «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекттының бойомға ашырылыуы. Быйыл 34 урам-юл объкттарын төҙөкләндереп бөтөү ҡаралған. Юл-транспорт фәжиғәләрен кәметеү маҡсатында мәктәп биләмәләре буйлап яндауырҙар ҡуйылған.Милли проект сиктәрендә 2019 йылдан алып күләмле 4 объект буйынса эш дауам итә. Комсомол урамындағы төҙөлөштөң тамамланыуын халыҡ түҙемһеҙлек менән көтә. Көн тәртибендәге сираттағы мәсьәлә – көҙгө саҡырылыш. Быйыл ул хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен күҙ уңында тотоп башҡарыла. Медицина комиссияһы үтергә килгән егеттәр мотлаҡ коронавирусҡа анализ тапшыра. Өфөгә саҡырылыш комиссияһына әле 3 мең 410 кеше саҡырылған. Комиссияны үтеп 513 егет хәрби хеҙмәткә оҙатылған. Шулай ҙа, һәр йылдағыса төп проблема - бер ниндәй сәбәпһеҙ армия хеҙмәтенән ҡасып йөрөүселәр. Ултырышта шулай уҡ мәғариф учреждениеларының медицина кабинеттары менән тәъмин ителеүе тикшерелде. Өфө мәктәптәрен балалар поликлиникаһынан йүнәлтелгән 160 медицина белгесе хеҙмәтләндерә. Мәктәптең медицина кабинеты нигеҙендә уҡыусылар план буйынса тикшерелә, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтелә, вакцинация үткәрелә. Кәңәшмә барышында Йәш ғаилә — 2020 конкурсына айырып туҡталып үтелде.
Өфө хаҡимиәтендә көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде
Тулыраҡ: Өфө хаҡимиәтендә көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде