1 декабрҙә физик берәмектәрҙең 2019 йыл өсөн милек һалымын түләү ваҡыты тамамлана. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, физик берәмектәрҙең иҫәпләп сығарылған милек һалымының һәм НДФЛ-дың дөйөм суммаһы 5 миллиард 500 миллион һумдан ашыуыраҡ. Һалымды һалым түләүсенең Шәхси кабинетында, «Физик берәмектәрҙең һалымы» мобиль ҡушымтаһында, «Һалым һәм пошлина түләү» сервисы ярҙамында йәки Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы, терминалдарҙа, банк һәм почта бүлексәләрендә түләргә мөмкин.
Һалымыңды түлә
Тулыраҡ: Һалымыңды түлә