Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 36 проценты гриптан прививка яһатҡан

Тулыраҡ: Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 36 проценты гриптан прививка яһатҡан

Роспотребнадзорҙың һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 36 проценты гриптан прививка яһатҡан. Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә коронавирусҡа ҡушылып миҙгелгә бәйле киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың артыуы лә теркәлә. Яҡынса 1,5 миллион кеше вакцина эшләткән, уларҙың 300 меңдән ашыуы – балалар. Республикала грипп теркәлмәй, киҫкен респиратор сирҙәр күп. Ауырыу кимәле эпидемик сиктән түбән, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы.