Башҡаланың 18-се дауаханаһы ковид-госпиталендә эшләгән табиптар Полиэфф предприятиеһынан хәйриә ярҙамы булараҡ биш йөҙ махсус кейем ҡабул итте. Нефтехимия тармағының эре компанияһы составындағы предприятие ҡыҙыл зонала эшләгән табиптар өсөн махсус кейемдәрҙе пандемия башынан уҡ һатып алып әҙерләгән. Хәйриә хәрәкәтен компания үҙ эшмәкәрлегенең мөһим бурысы тип иҫәпләй. Табиптарға һаҡланыу костюмдарын тапшырыу акцияһын Полиэфф беренсегә атҡармай. Ошондай уҡ ярҙам сараһы Благовещен дауаханаһына ла күрһәтелгән. 18-се дауахананың ковид-госпиталендә һаҡланыу саралары тәүлек әйләнәһенә көнүҙәк. Табиптарға көнөнә икейөҙҙән ашыу махсус кейем талап ителә. Дауахана ҡатмарлы мәлдә ярҙам ҡулын һуҙған ойошма-предприятиеларға тик рәхмәт тойғоларын еткерә.
Эре предприятиелар дауаханаларға ярҙамға килә
Тулыраҡ: Эре предприятиелар дауаханаларға ярҙамға килә