Йоҡа боҙ

Тулыраҡ: Йоҡа боҙ

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы боҙ өҫтөнән йөрөмәҫкә кәңәш итә. Әле ҙур йылғалар туңмаған, ә күлдәрҙә һәм быуаларҙа боҙ ҡалынлығы уртаса 5 сантиметр ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар бар. Бигерәк тә балыҡсылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Улар ҡомарын тыя алмайынса именлек тураһында онота. Йылға-күлдәрҙә боҙ аҫтына төшөп китмәҫ өсөн кешеләр арауығы 4-5 метр самаһы булырға тейеш. Ноябрь-декабрь айҙарында боҙ йоҡа булыуын да оноторға ярамай. Еңел автомобиль үтһен өсөн уның ҡалынлығы кәмендә 30 сантиметр, ә йөк машиналары өсөн 1 метр самаһы булырға тейеш.ф