Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды

Тулыраҡ: Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды

Башҡортостан башлығы Башҡорт теле көнөн уҙғарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был көндә республикала мәҙәни-ағартыу саралары ойошторола.Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетына Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселек итә. Башҡортостанда 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө уҙғарыла. Был дата башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указы менән булдырылды. Иҫтәлекле көнгә ҡарата һәр районда, ауылдарҙа күләмле саралар үткәрелә. Мәктәптәрҙә башланғыс һәм өлкән кластар өсөн викториналар, Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеһе, класс сәғәттәре, флешмоб ойошторола.