Бесәй яратыусылар өсөн

Тулыраҡ: Бесәй яратыусылар өсөн

Оҙаҡламай Өфөлә ҡала шарттарына яраҡлашҡан иң отошло бесәй тоҡомо барлыҡҡа киләсәк. Был үҙенсәлекле проект өҫтәндә башҡаланың фелинология федерацияһы эшләй. Уларҙың тәүге һөҙөмтәләре лә бар. Таныш булығыҙ, был бесәйҙең исеме Амбер. Уға бер йәш. Амбер Бонсай тип аталған үҙенсәлекле проектта ҡатнаша. Йортта тәрбиәләнә торған иң отошло бесәй тоҡомон сығарыу эше менән Башҡортостандың фелинология фелерацияһы шөғөлләнә. Был ойошма тиҫтә йылдар бесәйҙәрҙе ентекле өйрәнә, дүрт аяҡлы хайуандар ҡатнашлығында күргәҙмәләр, хужалары өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Әлеге ваҡытта федерация яңы төр бесәй сығарыу менән мәшғүл. Идеаль бесәй айырым стандарттарға яуап бирергә тейеш. Был өс бесәй ҙә тәжрибә өсөн. Улар барыһы ла иң отошло бесәй исеменә дәғүә итә. Шулай ҙа, характеристикалары буйынса иң өмөтлөһө  — Пиксель исемлеһе. Пиксель ҡыҫҡа йөнлө, тотороҡло психикалы матур бесәй, кәүҙәһе генә ҙурыраҡ, ти белгестәр. Белгестәр бесәйҙәрҙең генотиптарын ентекле өйрәнә, ҡайһы бесәйҙең ниндәй гены өҫтөн икәнен яҡшы белә. Ошо рәүешле айырым сифаттарының быуындан-быуынға күскәнен алдан билдәләй ала. Бонсай төрөнөң йәнә бер үҙенсәлеге – уның холоҡ-фиғеле. Яңы төр бесәйҙәр тыныс, шул уҡ ваҡытта шаярырға ла яратыусан, Улар кешенең кәйефен әйтерһең бер ҡараштан аңлай. Аҡыллы, аралашыусан һәм иң мөһиме иркә бит улар. Бындай бесәйҙәр һәр кемдең күңеленә хуш килер. Яңы тоҡом сығарыу еңелдән түгел. Был эш белем, түҙемлек һәм иң мөһиме бик күп ваҡыт талап итә. Селекцияла тиҫтәгә яҡын төрлө тоҡом бесәйҙәре ҡатнашҡан. 4 йыл эш дәүерендә 4 быуын бесәй үҫеп сыҡҡан, бөтәһе 70-тән ашыу бесәй тыуған. Проект өсөн уларҙың унауһы ғына алып ҡалынған. Ҡалғандары өсөн яңы йорт, хужалар табылған. Башҡараһы эштәр байтаҡ әле, ти фелинологтар. Стандарттарға тап килерҙәй тоҡом сығарғас, уны рәсми рәүештә теркәү мотлаҡ. Кем белә, бәлки, бер нисә йылдан Өфөлә сығарылған яңы тоҡом бесәй бөтә донъяла танылыу яулар.