Өфөнөң Дим районы судында сираттағы коллекторға ҡарата Енәйәт эше буйынса тыңлауҙар үтте

Тулыраҡ: Өфөнөң Дим районы судында сираттағы коллекторға ҡарата Енәйәт эше буйынса тыңлауҙар үтте

Бурыстарҙы ҡайтарыу менән шөғөлләнеүсе законһыҙ рәүештә юридик ойошманың ҡиммәтле Мерседес Бенц автомобилен урлауҙа ғәйепләнә. Бурыс ҡайтарыусы ойошма директоры суд ҡарары менән ҡәнәғәт түгел, ул Енәйәт кодексының 159 статьяһы буйынса мутлашыуҙа ғәйепләнә. Был ваҡиға 2013 йылдың май айынан башланғыс ала. Коллектор Роман Нурисламов “Энерго Мастер” ойошмаһына икенсе юридик шәхестән ала торған бурысын ҡайтарып бирергә вәғәҙәләй. Ул бурыс иҫәбенә “Нефтегазостройремонт” компаниянан Мерседес Бенц автомобилен алып китә. Тәү ҡарашҡа барыһы ла законлы, тик бына 600 мең һум бурыстың түләнгәне хаҡындағы квитанция ялған булып сыға. Бының менән файҙаланып йәш кеше автомобилде атаһының исеменә күсерә, һуңынан бөтөнләй башҡа машинаға алмаштырып ала. Коллекторҙарҙың башбаштаҡлығының сиге юҡ. Тик улар һәр саҡ судҡа тиклем барып етмәй. Уҙған йыл август айында Ҡырмыҫҡалы районында улының бурысы өсөн әсә кешенең һуңғы һыйырын тартып алып киткәйнеләр. Был хәл йәмәғәтселектә киң резонанс алды, һөҙөмтәлә вайымһыҙ коллектор 1 йыл ярымға холоҡ төҙәтеү эштәрен йәлеп ителде, бынан тыш ул зыянды ла ҡайтарып бирергә бурыслы. Был осраҡтан һуң Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайҙа махсус комиссия булдырылғайны, улар коллекторҙар эшмәкәрлеген тикшереп әле Дәүләт Думаһына тәҡдим әҙерләй.Коллекторҙар тарафынан кеше хоҡуҡтарын тупаҫ боҙоу осраҡтары, үлем менән янау, төндә шылтыратыу, йортҡа килеп ҡурҡытыуҙар ғәҙәти күренешкә әйләнһә лә был юҫыҡта бер нисә йыл буйына әҙерләнгән закон әле булһа ҡабул ителмәй. Роман Нурисламов кеүек вайымһыҙ коллекторҙарға ҡарата ғәҙел суд ҡарары бәлки был тәңгәлдә бер аҙ тәртип урынлаштырыр.