Һөҙөмтә булараҡ Рәсәй почтаһы аша халыҡ-ара посылкалар тапшырыу күләме лә күбәйгән. Бөтә Донъя мәғлүмәт селтәренән тауар яҙҙырыусылар ниндәй ҡағиҙәләрҙе белергә тейеш һәм ҡайһы осраҡта посылканан ҡолаҡ ҡағыуың ихтимал? 14 йәшлек Артем комьютер менән ҡыҙыҡһына һәм заманса электрон техниканың көндән-көн яңыртыуҙы талап итеүен яҡшы аңлай. Магазиндарҙа алмаш деталдәр ҡиммәт, ә уларҙы Интернет аша яҙҙырып алыу осһоҙораҡҡа төшә, ти ул. Тик халыҡ-ара посылканы оҙағыраҡ көтөргә тура килә. Ноябрь башында оҙатҡан заказы бары бөгөн килеп еткән. Үҙ ҡоролошонда шифрҙар һәм криптография ҡаралған ҡатмарлы электроника мотлаҡ таможня тикшереүен үтергә тейеш. Был ҡағиҙә тап халыҡ-ара посылкаларға ҡағыла. Почтала уларҙың ошо сәбәпле тотҡарланыуы ихтимал. Планшет, ноутбук, кеҫә телефондарынан тыш интернет магазиндар аша кейем-һалым, биҙәүестәр кеүек башҡа әйберҙәр яҙҙырып алыусылар ҙа байтаҡ. Федераль почта элемтәһе хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса халыҡ-ара посылкалар йөрөшө үткән йылдар менән сағыштырғанда 25 процентҡа артҡан. Сауҙаның заманса төрҙәренең үҫеше, һис шикһеҙ, ыңғай күренеш. Һайлау мөмкинлеге киң, бер урында, ваҡыт сикләнмәй, хаҡтар арзан тигән өҫтөнлөктәргә һатыусы-кәңәшсе юҡ, һайлаған әйберҙе тотоп-кейеп-яраҡлаштырып ҡарау мөмкин түгел, аҡсаһын түләгәс оҙаҡ көтөргә ҡала, тигән кәмселектәрен барлап, бер иҫкәртеү ҡала – иғтибарҙы юғалтмаҫҡа.
Һуңғы йылдарҙа интернет-магазиндар хеҙмәтен файҙаланыусылар һаны арта
Тулыраҡ: Һуңғы йылдарҙа интернет-магазиндар хеҙмәтен файҙаланыусылар һаны арта