Төркиәлә террор ғәмәлендә кәм тигәндә 10 кеше һәләк булған, 15 кеше яраланған. Бик күптәр ауыр хәлдә. Шуға ла һәләк булыусылар һаны артыуы ихтимал тип хәбәр итә Раше тудей телеканалы.
Сүриәнең Мадайя ҡалаһына гуманитар ярҙам килеп етте. Ҡалаға аҙыҡ-түлек, юрғандар, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары, дарыуҙар килтерелде. Әммә бер-нисә айҙан запастар бөтәсәк һәм халыҡ тағы ла асығасаҡ тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары. Шуға ла бында тағы ла гуманитар ярҙамға өмөт итәләр.
Японияның элекке сит ил эштәре министры Масахико Комура Сергей Лавров аша Япония премьеры Синдзо Абэның Рәсәй президентына хатын тапшырҙы. Төнъяҡ Корея водород бомабаһына һынау үткәргәндән һуң Комура Рәсәйҙең был илгә ҡарата индерелгән санкцияларға ҡушылыу мәсьәләһен күтәрҙе.
Белгестәр ике меңенсе йылдан 2015-се йылға тиклем булған ер тетрәүҙәрҙе бер видеола туплаған. Бер минутлыҡ роликта көсө дүрт балдан юғарыраҡ булған ер тетрәүҙәр йыйылған. Видеолағы сағыу нөктәләр сейсмик әүҙемлек юғары булған төбәктәрҙе күрһәтә.