Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. Һәр редакцияға килеп инеү менән үҙеңде гөжләп торған умарта күсе эсендә кеүек тояһың. Ижади коллектив мәж килеп сираттағы номер өҫтәндә эшләй. Кешене кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылына ҡарап оҙаталар. Баҫмаларҙың да эстәлеге менән бер рәттән тышлығына ла ҙур иғтибар бүленә. Йәшлек ижтимағи-сәйәси-мәҙәни газета. Редакцияла төплө, ҡыйыу фекерле кешеләр хеҙмәт итә. Улар геройҙарын республиканың төрлө райондарынан эҙләп таба, сит яҡтарҙа йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235 республика һәм район баҫмалары теркәлһә, бөгөн меңдән ашыу гәзит һәм журнал редакциялары иҫәпләнә. Баҫмалар биттәрендә ваҡытты сағылдырған тарих һаҡлана.
Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө
Тулыраҡ: Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө