Һуҡырҙар өсөн кино

Тулыраҡ: Һуҡырҙар өсөн кино

Республиканың махсус китапханаһында тифлоаңлатмалы фильмдар яҙҙыралар. Бигерәк тә кино йылында китапхана хеҙмәткәрҙәренең пландары бай. “Урал һәм Шүлгән мажаралары” анимацион фильмын тиҙҙән һуҡырҙар һәм насар күреүселәр ҡарай аласаҡ. Респуб¬ликବбыҙҙың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында тифлоаңлатмалы кино һәм мультфильмдар яҙҙыралар. Экранда барған күренештәрҙе диктор аңлатып һөйләп бара. Ошондай яңы технологияларҙы ҡулланыу мөмкинлектәре сикләнгәндәргә кино ҡарарға, уны аңларға мөмкинселек бирә. Тифлокомментатор өҫтәмә төҫтәрҙе, хис-тойғоларҙы, кисерештәрҙе күрергә ярҙам итә.Башҡортса тифлоаңлатмалы фильмдарҙы ҡарарға теләүселәр күп. Шуға китапханала башҡорт телендә лә фильмдар яҙҙырыласаҡ. Бының өсөн телде белеүсе махсус хеҙмәткәр әҙерләйҙәр. Рәсәйҙә бер-нисә генә төбәктә бындай фильмдар яҙҙырыу мөмкинлеге бар. Беҙҙең республика китапханаһында 2013 йылдан “Миңә киноны һөйлә” проекты эшләп килә. Ул күреү һәләте булмағандарға заман кинематографы менән таныштырыусы берҙән-бер проект. Бер фильмды яҙҙырыр өсөн яҡынса бер ай самаһы ваҡыт китә. Был китапханала ғына Башҡортостан режиссерҙарының фильмдары һуҡырҙар теленә әйләндерелә. Әлеге ваҡытта махсус китапхананың фондында тифлоаңлатмалы 60-тан ашыу фильм бар. Уларҙың 15-е махсус студияла үҙаллы яҙҙырылған. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, Мостай Кәримдең әҫәре буйынса төшөрөлгән “Ай тотолған төндә” нәфис фильмын китапханаға килеүселәр яратып ҡарай. Китап йортонда йыш ҡына кинокисәләр уҙғарыла. Бындай саралар мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең мөмкинлектәрен арттыра: тирә-йүнде танып белергә, күберәк аралашырға. Күп осраҡта китапхана хеҙмәткәрҙәре тамашасылар кеүек мөмкинлектәре сикләнгәндәр тураһында фильмдарға өҫтөнлөк бирә. Сөнки был донъяла яңғыҙ түгеллеген тойоу артабан йәшәргә көс бирә.