Үҙизоляцияны боҙған ололарға штраф

Тулыраҡ: Үҙизоляцияны боҙған ололарға штраф

Кисә оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров оло йәштәгеләрҙең үҙизоляция режимын үтәүен ентеклерәк тикшерергә, иҫкәртеүҙе аңламағандарға штраф һалырға саҡырҙы. Сикләү индерелгәнгә ике аҙна ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан ололар араһында сирләүселәр ни бары 2% кәмегән тиелде хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Ауыл-ҡалаларҙы төҙөкләндереүҙә ситтән килтерелгән материалдар ҡулланыу ҙа республика Башлығында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.Корнавирус буйынса республикала сираттағы антирекорд, тәүлек эсендә 130 кешегә Ковид19 диагнозы ҡуйылған. Пандемия башланғаны бирле рәсми статистика буйынса ғына 13 мең 318 кеше сирҙе йоҡторған, шуларҙың 76-һы өсөн ауырыу фажиғәле тамамланған. Ике аҙна элек индерелгән сикләүҙәр көтөлгән һөҙөмтә бирмәй, тимәк эште көсәйтергә кәрәк тине Республика БашлығыӘле коронавирустан 400-гә яҡын кеше госпиталдәрҙә дауалана, яҡын арала улар һаны кинәт артыуы ихтимал, бының сәбәбе себерҙә, төрлө ятҡылыҡтарҙа коронавирус көсәйеүенә бәйле. Ярҙам кәрәк булһа, үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ тине Радий Хәбиров.Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле һандар менән таныштырып дарыуҙар запасы етерлек тип ышандырҙы. Шулай ҙа үткән аҙнала эш башлаған Ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәгенә килгән шылтыратыуҙар араһында тап дарыуҙарға бәйлеләре бихисап. 5 мең ярым мөрәжәғәттең 80 проценттан ашыуы ирекмәндәр һәм табип-эксперттар ярҙамы менән хәл ителгән. Хәл итәһе мәсьәләләр юл-транспорт тармағында ла бар. Бер аҙна эсендә аварияларҙа 10 кеше һәләк булған. Быйылға ҡорбандар һанын 400-ҙән кәметергә тигән бурыс үтәлмәй тине Радий Хәбиров. Һәр өсөнсө фажиғә йәйәүлеләр менән бәйле, күп осраҡта улар үҙҙәре ғәйепле булып сыға. Тимәк кешеләргә юл ситенән йөрөрлөк тротуарҙар эшләргә кәрәк тигән бурыс ҡуйҙы төбәк етәксеһе. Ә эскән водителдәр менән көрәш алымдарын закон нигеҙендә нығытырға һәм Дәүләт Думаһына иҫерек килеш руль артына ултырған өсөн транспорт сараһын тартып алыу башланғысы менән сығырға ҡушты.Оператив кәңәшмәлә биләмәләрҙе төҙөкләндереү мәсьәләһе йәнә ризаһыҙлыҡҡа нигеҙ булды. Материал-ҡоролмаларҙың ситтән һатып алыныуы район башлыҡтарына ҡаршы санкциялар ҡуллана башлауға нигеҙ. Үҙебеҙҙең етештереүселәрҙе ҡеүәтләргә саҡырҙы төбәк башлығы.Сәнәғәт етешетереү тигәндәй, октябрҙә ул 100,5 процент тәшкил иткән, ә был пандемия шарттарында күләм кәмемәй тигән һүҙ, яҡшы стаитстика ауыл хужалығы тауарҙары етештереүҙә лә күҙәтелә, ул 3-4 процентҡа артҡан. Торлаҡ төҙөлөшө иһә рекордлы 11,9 процентҡа күберәк, Рәсәй буйынса төҙөлөш киреһенсә кәмегән. Инвестиция ла илдә минус менән билдәләнһә, беҙҙә 4 процент үҫеш күрһәтә.