Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы үҙәк эшләй. Уның аша теләгән һәр кем тәүлек әйләнәһенә 8-347-218-19-19 телефоны буйынса медицина учреждениеларына шылтырата ала. Коронавирустан өйҙә нисек дауаланырға, ҡайһы осраҡта дауаханаға ятырға, вирусҡа тест һөҙөмтәһе ниндәй? Сәғәт иртәнге 8-ҙән алып, киске 8-гә тиклем Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге ирекмәндәренә пандемияға бәйле барлыҡ һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ә сир менән көрәшкә бәйлеләренә эксперттар яуап бирә. Шулай уҡ 1301 һандарын йыйып өйгә табип, ә 103 телефоны буйынса ашығыс ярҙам бригадаһын саҡыртырға була. Коронавирус инфекцияһы буйынса һорауҙарға яуапты төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы ҡыҙыу элемтәгә шылтыратып та алырға ярай. Шылтыратыуҙарҙы 286-58-27 һәм 279-91-20 телефондарына ҡабул итәләр. Өфөнөң коды 347. Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең төбәк башҡарма комитетында белгестәр 65 йәште уҙғандар, хроник сирлеләр өсөн ҡыҙыу линия ойошторҙо. 8-800-201-89-03 телефон һандарын йыйып, өйгә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар алып килеүгә бәйле мәсьәләләрҙе асыҡларға мөмкин.
Ковидҡа бәйле һорауҙар менән ҡайҙа шылтыратырға?
Тулыраҡ: Ковидҡа бәйле һорауҙар менән ҡайҙа шылтыратырға?