Өфө предприятиеларының береһендә айына 3 миллион битлек етештерәләр. Яҡшы сифатлы был һаҡланыу сараһы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ҙур һорау менән ҡуллана. Эшҡыуар етештерелгән продукцияһының бер өлөшөн бушлай тарата. Битлектәрҙең бауҙары һары төҫтә, тимәк бер ерҙә лә һатыуға сығарылырға тейеш түгел.Тәү ҡарашҡа барыһы ла анһат ҡына. Эштең төп өлөшөн станок башҡара, әҙерләмәләрҙе конвейерға һалып өлгөрт кенә. Әммә етеҙ ҡулдар ҙа ошондай бер төрлө, ялҡытҡыс хәрәкәттән тиҙ арый. Өҫтәүенә һинең эш ваҡытың 10 сәғәт икән, сараһын табырға кәрәк, тей хеҙмәткәрҙәр.Хәҙер битлектәр көндәлек тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Хәтерегеҙҙәлер, пандемия башланған осорҙо битлектәр табыуы ауыр ине. Ана шул мәлдә асыла ла инде был етештереү үҙәге. Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы ярҙамы менән һатып алынған станоктар көнө- төнө туҡтамай эшләй.Станоктар туҡтамай, әммә ҡул эше һәр ерҙә кәрәк. Мәҫәлән, ҡыҙҙар бауҙарҙың тигеҙлеген тикшереп, 50-шәр дананы һанап бер моҡсайға тултырып өлгөрә. Етешһеҙлеге булған битлектәр ситкә алып ташлана. Йыш ғына танауға эләктергесе дөрөҫ һалынмай, тей егет.Июнь айынан старт алған производствола тәүлегенә 100 мең битлек әҙерләйҙәр. Айына 3 миллион продукция Рәсәйҙер төрлө төбәктәренә юллана. Компанияның күберәк тә етештереү мөмкинлеге бар, әммә ул саҡта тауарҙы һатыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуасаҡ, тей етәксе.Битлек тик Рәсәйҙә етештерелгән, юғары сифатлы сеймалдан ғына тегелә. Йыш ҡына уны ниндәй яғы менән кейергә тигән һорау тыуа. Өфөлә етештерелгәндәрен ике яғы менән дә кейергә ярай. Сөнки материалы бер үк, төҫтәре менән генә айырыла. Битлек ғәҙәттә, өс ҡаттан, туҡып яһалмаған материалдан тора. Иң мөһиме уның уртаһындағы ҡатлам. Тап ошо – полипропилен ҡатламы медицина битлектәрен башҡаларынан айыра ла инде. Бындай битлек аша тын алыуы еңелерәк, һаҡланыу мөмкинлегелә күберәк. Хаҡы башҡаларынан аҙға ғына юғарыраҡ. Айлыҡ тауарының 10 процентын компания хәйриә ойошмаларына, волонтерҙарға бушлай тарата. Ул битлектәрҙең бауҙары һары төҫтә, тимәк бер ерҙә лә һатыуға сығарылырға тейеш түгел.
Өфө битлектәре
Тулыраҡ: Өфө битлектәре