Етеҙ интернет заманы

Тулыраҡ: Етеҙ интернет заманы

Күпселек уҡыусылар, студенттар дистанцион уҡыуҙы дауам итә. Яңы белем алыу системаһы һәр йортта ҡеүәтле һәм етеҙ интернеттың булыуын талап итә. Өфөлә йәшәүселәр тиҙлеге секундына 500 мегабит менән эшләүсе интернет менән ҡуллана ала. Бындай хеҙмәтте федераль телеком-операторы күрһәтә. Интернеттың тиҙлеген 10 тапҡырға арттырырыу өсөн, Домру  — селтәрҙәре киң модернизациялау эшен башҡара. Проект былтыр старт алды. Хәҙер инде компания булған һәр ҡалала, абоненттар өйҙәге интернеттың иң тиҙе менән ҡуллана ала. Өфөнөң күпселек райондарында селтәрҙәр модернизацияланды ла инде. Эштәр теүәлләнгәс, ҡалалағы 100 мең фатирҙа юғары тиҙлектәге интернет буласаҡ. Яңы интернет донъяһы мөмкинлектәрен ҡулланырға заманса вай-фай роутерҙары ярҙам итә: улар секундына 100 мегабит тиҙлек һәм куп урында эшләү мөмкинлеген бирә.