Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса иң ҙур завод Бәләбәйҙә буласаҡ. Алдынғы социаль–иҡтисади үҫеш биләмәһенең яңы резиденты ошондай вәғәҙә бирә. 10 миллиард һумға баһаланған проект республикала иң эреләрҙең береһе. ТАВРОС компанияһының яңы программаһы менән кисә, Бәләбәйгә эш сәфәре барышында Радий Хәбиров танышты. Заводтың дөйөм майҙаны 70 мең квадрат метр. Бында 1 мең 200 кешегә эш урыны буласаҡ. Бәләбәйгә эш сәфәре барышында республика етәксеһе Белзан йәмғиәтендә лә булды. Ҡала иҡтисадын тәьмин итеүсе йәмғиәтең уңыштары “сәнәғәт сәғәте” сиктәрендә лә айырым билдәләнде. Бәләбәйгә эш сәфәре барышында Радий Хәбиров “Йырсы шишмәләр” ял үҙәген ҡараны. Был парк ҡала биҙәге буласаҡ. Башҡортостан башлығы Приютово ҡасабаһы халҡы менән осрашты. Биләмәне үҫтереү өсөн республика кимәлендә ҡабул ителгән айырым программа ла бар. Башҡортостан башлығы ҡасабаны яңыртыу, социаль инфраструктураны үҫтереүгә, подьездарҙы яңыртыуға киләһе йыл 12 миллион һум ҡаралғаны тураһында белдерҙе.
Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса иң ҙур завод Бәләбәйҙә буласаҡ
Тулыраҡ: Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса иң ҙур завод Бәләбәйҙә буласаҡ