Тәфтиш комитеты бәлиғ булмаған баланы көсләүҙә ғәйепләнгән йәш кешене эҙләй

Тулыраҡ: Тәфтиш комитеты бәлиғ булмаған баланы көсләүҙә ғәйепләнгән йәш кешене эҙләй

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты бәлиғ булмаған баланы көсләүҙә ғәйепләнгән йәш кешене эҙләй. Ваҡиға баш ҡаланың Дим биҫтәһендә булған. Полиця хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әлегә енәйәтсенең исем-шәрифе билдәле. Ул 1988-се йылдың дүртенсе октябрендә тыуған Константин Анатольевич Силантьев. Төҫкә егерме йәштәр самаһында, буйы 160-165 сантимер, сәсе ҡыҫҡа һәм буялған. Енәйәт ҡылған саҡта ул тубыҡҡа тиклем еткән ҡыҙыл төҫтәге курткала, һоро төҫтәге кофтала, ҡара салбарҙа, ҡара төҫтәге ботникаларҙа, арҡаһында ҡара төҫтө һәм уртаһында аҡ буйлы моҡсайҙа булған. Ул үҙен төрлө, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар исеме менән таныштырыуы мөмкин. Енәйәт ҡылыуҙа шикләнгән граждан тураһында мәғлүмәттәрҙе 8 /347/ 251 62 51, йәки 02 телефон һандары буйынса шылтыратып әйтергә мөмкин.