Башҡортостанда ҡош киҙеүе теркәлмәһә лә, республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай. Ырымбур өлкәһендә ҡыр сусҡаларында “Африка тағуны” вирустары табылған. Ошондай уҡ сир менән ауырыған йәнлектәр Һамар өлкәһендә бар. Хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында, Башҡортостан ашығыс саралар күрергә мәжбүр. Силәбе өлкәһенән килтерелгән ит-һөйәк оно, ҡош ите ризыҡтары ентекле тикшерелә. Ноябрҙә Силәбе өлкәһе менән Татарстанда “ҡош киҙеүе” табылғайны. Бәхеткә, был вирус Башҡортостан райондарында теркәлмәне. Әгәр ҙә ауырыу беҙҙең төбәккә үтеп инһә, республика тотошлай карантинда буласаҡ.
Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай
Тулыраҡ: Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай